Уфимский торгово-экономический колледж

Версия для слабовидящих

450078, г.Уфа, ул. Кирова, д. 54
Приемная комиссия: (347) 228-79-19
Секретариат: (347) 228-83-18

О регионе

АТАМАЛАР НИ ҺӨЙЛӘЙ?

                               74.JPGУ кого нет малой родины,
                              У того и нет и большой.
                              Нет, не мною придумана малая родина:
                              Двор, изба, огородик, плетень

  Каждый человек вправе гордиться не только своей Родиной - страной, гражданином которой является, но и своей Малой Родиной - местностью, в которой он живёт: своим городом или селом. И с чего бы она не начиналась: с вечных снегов, жёлтого песка или белых берёз, мы сердцем чувствуем, что это самое родное и останется с нами на всю жизнь.

     

73.JPGБАЛТАС  районы

Ҡайҙан килеп сыҡҡан «ТУШҠЫР»?

17 – се быуаттың аҙағында, яҡынса 1680 йылда, ауылға нигеҙ һалынған. Тушҡыр ауылы урынлашҡан урында ҡара урман булған. Йыуан ҡарағайҙарҙа, йүкәләрҙә ҡарағай бал ҡорттарыоя ҡорған. Урманында төрлө йәнлектәр, йылғаһында балыҡ бик күп үрсегән. Тушҡыр янынан аҡҡан йылҡа башҡа йылғаларҙан үҙенсәлеге менән айырылып торған: көҙ көнө яр ситенән һарҡып сыҡҡан һыу туңып, боҙға әйләнгән. Килгән кешеләр был яр ситендәге туңған боҙҙо «түш» тип йөрткәндәр.  Башҡа ауыл кешеләре осрашҡас :«Һунарға ҡайҙа барҙың?» - тип һорағас, «Түш сыҡҡан йылға буйына» - тип яуап биргән. Һуңынан ҡыҫҡартып «Түшҡыр» тип йөрөтә башлағандар. Ваҡыт үтеү менән Түшҡыр Тушҡырға әйләнеп киткән. Рус телендә Тошкурово тип йөрөтөү ҙә йоғонто иткәндер.

   ЕЙӘНСУРА  районы

Ҡайҙан килеп сыҡҡан «МӘРХӘП яланы»?
Һуғыш йылдарында ирен, балаларын юғалтҡан бер ҡатын Мәрйәп  ауыр ҡайғынан йөрәкһеп бәйет әйтеп ҡалдырған.
Балаҡайым, әсә һорама,
Юлдарымда ҡайын, ҡарама.
Толом – толом ҡара сәстәремде
Һалып китәм барыр юлыма.

1000.JPG1001.JPG1002.JPG

БӨРЙӘН  районы

Ҡайҙан килеп сыҡҡан «ҠУРЫУҘЫ»?

Борон Ҡыпсаҡ ырыуы  Һабсаҡ бей менән Бөрйән ырыуы Ҡарағөлөмбәт бей яу тоталар. Ҡарағөлөмбәт бей Һабсаҡ бейҙе үлтерә, ҡыпсаҡтарҙы ҡыра.  Һабсаҡтан ҡалған ул, ир ҡорона кергәс, атаһының һонон ала: килеп Ҡарағөлөмбәт бейҙе үлтерә лә, тау башына мендереп ҡаҙанға һалып ҡурған, имеш. Ана шунан һуң тауҙы Ҡурыуҙы тип атағандар. Ҡыпсаҡтар ылда шунда килеп яҙ һайын байрам итер булғандар, ырыу батырҙарын иҫкә алғандар, йыйын йыйғандар.

Ҡайҙан килеп сыҡҡан «ҮГЕҘҺӨҘГӘН»?

Борон башҡорттар бер урындан икенсе урынға күсеп йәшәгәндәр. Бер ваҡыт ике үгеҙ һөҙөшә башлайҙар. Үкрә – үкерә ҡара үгеҙ ерҙе һөҙөп торғанда был урындан һыу килеп сыҡҡан. Шунан алып был урынды Үгеҙһөҙгән  шишмәһе тип атап йөрөтәләр.

1003.JPG1004.JPG

ҒАФУРИ районы

Ҡайҙан килеп сыҡҡан «МӘМБӘТ ҡаяһы»?

Мәмбәт ҡаяһына бәйле матур легенда йәшәй. Имеш, ошонда гел ҡая башынан аҫға төшөп, бөркөт балалары аулап йөрөгән егет , түбәндә, үҙҙәренең  бесәнлегендә , һөгәнен икенсе берәү менән күреп ҡала һәм , асыуына түҙәалмай, аҫылынып торған килеш уларға уҡ сойорғата. Уҡ уның асыуы төшкән ҡорбандарҙың икеһен бер юлы тишеп үтә. Нисек һауала , ҡая аҫтында аҫылынып торған кеше быны эшләй алғандыр, ҡараңғы. Әммә был ваҡиғаны тарих беҙгә килтереп еткергән. Һәм ҡая ла тора...

1007.JPG1008.JPG

БАЙМАҠ районы

Ҡайҙан килеп сыҡҡан «ҺАҠМАР»?

Һаҡмар топонимының мәғәнәһе тураһындә төрлө фекерҙәр бар. Берәүҙәре уның ҡушма һүҙ булып  ҺАҠ+БАР, йылға буйында һаҡланып йөрө, йырғанаҡтарына төшөп китмә кеүек иҫкәртергә ҡайтарып ҡалдыра. Икенселәре «һаҡ» -һүҙе «сик» тигәнде, «мар» -ҡырыу, үлтереүҙе аңлата, тип иҫәпләйҙәр.

1011.JPG1012.JPG


93.JPG